Гөлнара улының сәләмәтлеге өсөн хафаланып ҡына тора. Әлеге заманда ауырыу бик ҡиммәткә төшә. Берҙән, дарыуҙар ат хаҡы тора, икенсенән, бала сирләгәндә ата-әсәнең береһе эшкә сыға алмай, йәғни хеҙмәт хаҡы юғала. Өсөнсөнән, балалар баҡсаһына бармаһаң да туҡланыу өсөн аҡса тотола. Һүҙ "Аксиома" системаһы хаҡында. Йәғни, сабый кис ауырып киткән икән мәктәпкәсә учреждениеға иртән шылтыратып иҫкәртеүҙең фәтеүәһе юҡ, исемлек ебәрелгән, аҡса тотола һәм кире ҡайтарылмай. Бер балаға көнөнә 126 һум, күп түгел һымаҡ, әммә йыш ауырый башлаһаң кеҫәгә һуға.
"Аксиома"ның ата-әсәләр өсөн генә түгел, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренә лә мәшәҡәте етерлек. Берҙән, мәктәпкәсә учреждение штатына был система менән эшләү өсөн өҫтәмә белгес алырға тура килә. Икенсенән, тәрбиәселәр сәғәттәр буйы исемлек тултырып, төҙәтеп ултыра. Балалар менән шөғөлләнергә бүленгән ваҡытты компьютер артында үткәрергә тура килә. Иң ҡыйыны, ата-әсәләргә иҫәпкә аҡса һалығыҙ тип туҡтауһыҙ ялыныу, сөнки бер һум етмәһә лә бала туҡланыуҙан алына.
"Аксиома" процессинг үҙәге Түбәнге Новгородта урынлашҡан. Өфөлә уның бер генә вәкиле бар. Шуға күрә дәғүәләрҙе лә ҡыҙыу линия аша ғына еткерергә тура килә. Әммә һөҙөмтәһеҙ. Был система ата-әсәләрҙе һауыуын дауам итә. Көнөнә бер балалар баҡсаһына ғына ун бала килмәгәндә лә мең һумдан ашыу аҡса елгә оса. "Аксиома" аша туҡланыу комбинаты хеҙмәтләндергән мәғариф учреждениелары иҫәпләшә. Ә был комбинатҡа 54 мәктәп һәм 97 балалар баҡсаһы ҡарай. Йәғни, меңдәрсә бала. Башҡа аутсорсинг компаниялары икенсе үҙәктәр менән эшләй. Мәҫәлән, "Прогресс" үҙәге факт буйынса ғына түләтә, йәғни кем ашай, шул түләй. Улар үҙебеҙҙә, Өфөлә урынлашҡан.
Илфат Низамов, туҡланыу үҙәге программисы: “Сирләп балалар баҡсаһына килмәгән кескәйҙәр өсөн туҡланыу хаҡын алыу ата-әсәләрҙе талау тип уйлайым. Был дөрөҫ түгел. Ул суммалар кемдең кеҫәһенә инә тигән һорау тыуа. Беҙ хатта, көн дауамында әйтһәләр ҙә исемлектән алып ташлайбыҙ. Түләүҙәрҙе күсергән өсөн проценттарҙы ла түбән итеп ҡуйҙыҡ. Ата-әсәләр ҙә ризаһыҙлыҡ белдермәй, низағтар ҙа юҡ”.
Ә бына"Аксиома" аша аҡса күсергәндә ата-әсәләр проценттарҙың юғары булыуына ла зарлана. Терминалдан түләгәндә процент ярым, ә интернет аша 4 процентҡа тиклем барып етә. Ҡаланың мәғариф идаралығында белдереүҙәренсә, һөйләшеүҙәр алып барыла, әммә аныҡ һөҙөмтә булмаһа килешеүҙе өҙөүгә тиклем барып етергә мөмкин.
Елена Хаффазова, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе: “Аксиома процессинг үҙәге туранан-тура мәғариф идаралығы менән эшләмәй. Үҙәк хеҙмәттәшлек килешеүен туҡланыу комбинаты менән төҙөгән. Уларға комбинат етәксеһе Олег Стороженко аша ғына йоғонто яһарға мөмкин. Беҙ шулай эшләйбеҙ ҙә. Сөнки ата-әсәләрҙән ялыуҙар бик күп. Етешһеҙлектәрҙе төҙәтмәйҙәр икән контрактты өҙөргә тәҡдим итәсәкбеҙ”.
"Аксиома" хаталарын аңлармы, әллә туҡланыу комбинаты башҡа системаға күсеп өлгөрөрмө әйтеүе ҡыйын. Әммә шуныһы аныҡ билдәле, "Аксиома" коды оҙаҡҡа йәбешә. Балалар баҡсаһында бирелгән иҫәп мәктәп ашханаһында ла үҙ көсөндә ҡала. Йәғни, еңел генә ҡотолормон тимә...