0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2018, 17:59

Башҡортостанда 20 ноябрҙән асфальт һалыу тыйыласаҡ

Республика Хөкүмәтендә үткән сираттағы кәңәшмәлә һалҡын миҙгелдә асфальт һалыу һорауы күтәрелде. Быға тиклем Радий Хәбиров ямғырлы һәм һыуыҡ көндәрҙә асфальт һалған республика юлсыларын тәнҡитләгәйне.

Кәңәшмә башында республиканың Дәүләт транспорт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов юл торошо хаҡында отчет менән сығыш яһаны. Сығыш һуңында Радий Хәбиров, ҡышҡы миҙгелдә асфальт һалыу ҡасандан тыйыласаҡ, тип һораны.
Кәңәшмә барышында был дата 20 ноябргә тип билдәләнде. Бар район башлыҡтарына был ҡарарҙы башҡарыу буйынса урындарҙа контроль ойоштороу бурысы ҡуйылды.
Читайте нас: