-4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2018, 17:00

Бла-бла-кар ябыла?

Бла-Бла-кар, йәғни, автомобилдә хәбәр һатып юл йөрөү. Яңғыҙ юлғы сыҡҡан водителдәр күңелһеҙ булмаһын өсөн пассжир ала һәм шул уҡ ваҡытта сығымдарҙың да бер өлөшөн ҡаплай. Ә уға ултырыусылар күпкә аҙыраҡ юл хаҡы түләй. Элек ҡалаға барыр булһаҡ ауыл буйлап йөрөп транспорт эҙләй инек, ә хәҙер интернетҡа индең дә юлдаш табаһың. Һәр хәлдә блаблакар сервисы шулай эшләй. Сит илдәрҙә. Ә Рәсәйҙә бер нимә лә ябай түгел. Ул беҙҙә ыҙғыш алмаһына әйләнде.

Рәфис Әминев дүртенсе йыл Бла-бла-кар менән ҡуллана. Телефондағы ҡушымта ярҙамында ул айына бер тапҡыр Өфөнән тыуған яғына - Баймаҡ районынына ҡайтып йөрөй. Был маршрут буйынса водителдәрҙән тәҡдимдәр күп, конкуренция юғары булғанға күрә, автоһәүәҫкәрҙәр араһында юл хаҡын да ике тапҡырға арзаныраҡ ҡуйыусылар бар.
Рәфис Әминев: “Такси хаҡы - мең һум булһа, бла-бла-кар аша алты йөҙ һум. Шәп машиналар ҙа эләгә. Был ҡушымта ҡулланыуҙа еңел һәм ябай, шуныһы менән дә миңә оҡшай”.
Хәҙер ҡала осонда ҡул күтәреп тораһы түгел, ҡулыңда кеҫә телефоны бар икән, заявка ҡаллыраһың да, йорт подъезына тиклем килеп алып китергә әҙерҙәр. Эйе, уңайлы. Еңел машинала теләгән ергә еләһең. Әммә кемгә ултырабыҙ һуң беҙ?! Ҡушымтала водителдең фотоһы, стажы, ниндәй маркалы машинаһы булыуҙан тыш башҡа мәғлүмәт ҡалдырылмай ҙа тиерлек.
Блаблакар ике яҡ өсөн дә отошло. Пассажир йәмәғәт трансполртына ҡарағанда арзаныраҡ юл йөрөһә, ә водитель юл сығымдарын өлөшләтә ҡаплай. Онлайн-сервис ошо йүнәлештә эшләүгә ҡоролған. Әммә Рәсәйҙә был ҡушымта менән шул уҡ таксистар, шәхси эшҡыуарҙар ҙа ҡуллан башланы.
Ирек Ситдиҡов, водитель: “Бла-бла-кар менән теләмәһәк тә ҡулланырға тура килә. Сөнки күп кеше арзаныраҡ варианттарҙы ҡарай”.
Хәйер, тиҙҙән бла-бла-кар ҡушымтаһы эшмәкәрлеге ил кимәлендә туҡтатылыуы ихтимал. "Пассажирҙар ташыу берләшмәһе" француз компанияһына ҡаршы коллектив дәғүә белдергән. Әлегә судтың нисек тамамланыры билдәһеҙ - әммә бәхәс төбө, талаптар барыһына ла асыҡ. Онлайн-сервис ярҙамында һалымдан ҡасалар, пассажирҙар йөрөтөүҙә юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтләмәй, легаль булмаған бизнес ҡолас йәйә.
Ринат Сафиев, микроавтобус водителе: “Был ҡушымтаны япһындар, ул кәрәкмәй. Кешеләр үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтында ҡалдырмаһын, автобуста йөрөһөн тип барабыҙ - беҙ автобус водителдәре”.
Алик Вәлитов, микроавтобус водителе: “Беҙҙең һәр урын страховкаланған, бер бер хәл булһа, страховка компания зыян күләмен ҡаплаясаҡ. Беҙҙе гел дә тикшерәләр, юлда туҡтаталар. Документтар бармы-юҡмы?! Тахорафты ҡарайҙар. Техосмотрҙы”.
Бынан тыш, водителдәр рейс алдынан медицина күҙәтеүе үтә. Йәғни уларға ышаныс та көслөрәк булырға тейештер. Әммә блаблакар пассажирҙар ташыуға лицензияһы булған ойошмаларҙы ла ҡыҫырыҡлай башланы. Һуңғы биш йылда Рәсәйҙә онлайн-сервис аша был хеҙмәттең күрһәтелеүе автовокзал һәм автостанцияларҙан киткән маршруттарҙа пассажирҙар һанын 20-30 процентҡа кәметкән.
Лидиә Мөлөкова, "Башавтотранс" компанияһының ҡала яны пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу бүлеге инженеры: “Һөҙөмтәлә төбәк-ара һәм муниципаль-ара маршруттар буйынса иҡтисади күрһәткестәр төшә, хужалыҡ субъекты булараҡ беҙ матди зыян күрәбеҙ. Блаблакар ҡушымтаһы аша пассажирҙар ташыу законһыҙ рәүештә башҡарыла тип тә әйтергә була. Сөнки автомобиль транспорты уставы бар, унда был эшмәкәрлек нисек ойошторолорға тейешлеге көйләнмәгән”.
Ҡасандыр гөрләп торған Өфөләге Көньяҡ автовокзал да бөгөн ярым буш. Көнөнә өс мең кешене хеҙмәтләндерә алған майҙан утыҙ процент ҡеүәткә генә эшләй. 67 маршрут буйынса ғына пассажирҙар ташыу ойошторолған.
Ваҡыт, аҡса экономиялайым тип, юл фажиғәләренә тарымам тимә. Бәлә аяҡ аҫтында ғына. Интернетта шул уҡ "бла-бла-кар, авариялар" тип яҙыу ҙа етә. Ошоға бәйле тиҫтәләп мәҡәләгә юлығаһың. Автомобиль хужалары килем артынан ҡыуып, пассажирҙарҙың ғүмерҙәре өсөн яуаплылыҡты онотоп китә, күрәһең. Бәлки, закондарҙы, юл ҡағиҙәләрен камиллаштырырға кәрәктер.
Бла-бла-кар ҡушымтаһында бөгөн Рәсәйҙә ун биш миллионға яҡын кеше теркәлкән. Әммә ҡулланыусылар һаны тиҙҙән кәмеүе ихтимал. Сөнки октябрҙән онлайн-сервис түләүле була башланы, айына яҡынса ике йөҙ һум аҡса индерергә кәрәк. Суд ҡарары буйынса ҡушымта сикләнгән хәлдә лә эш ыңғайға китер тип әйтеп булмай. Сөнки уға оҡшаш башҡа интернет-ресурстар ҙа бар, шул уҡ социаль селтәрҙәр аша ла теләгән һәр кем иғландар ҡалдырып, юлдаштар эҙләй.
Читайте нас: