Штраф алыу тураһында иҫкәрмә заказлы хат, дәүләт хеҙмәттәре сайты йәки смс-хәбәр аша өс көн дауамында килергә тейеш. Унан һуң, ЮХХДИ банктарҙан хоҡуҡ боҙоусының иҫәптәре хаҡында белешмә аласаҡ. Артабан банк тиҙ арала иҫәптән штраф күләмен сиселәсәк.
Әгәр ҙә егерме көн дауамында водителдән бурысты ҡайтарып булмаһа, административ эш асыласаҡ. Ябайлаштырылған форма тиҙлекте арттырыу, тыйылған билдәләр аҫтына машинаны ҡалдырыу өсөн кеүек штрафтарҡа ҡағыла.