-1 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
13 Ноября 2018, 06:21

Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙорға ярамай

Башҡортостан эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан белдереүҙәренсә, республика юлдарында һуңғы аҙнала 15 меңдән ашыу юл ҡағиҙә боҙоу осрағы теркәлгән. 299 водитель руль артына эскән килеш ултырған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыҙғанысҡа күрә, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар араһында үлем һәм ауыр тән йәрәхәттәре алыу осраҡтары ла артҡан. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары автоһәүәҫкәрҙәрҙе ҡағиҙәләрҙән тайпылмаҫҡа, дистанция һаҡларға саҡыра.
Линар Зиннуров, Башҡортостан ЮХХДИ идаралығының пропаганда бүлеге хеҙмәткәре: “Был аҙнала Башҡортостанда 84 юл аварияһы теркәлде, был сәбәпле 10 кешенең ғүмере өҙөлдө, 95 кеше төрлө тән йәрәхәттәрен алды. ЮХХДИ юлда булған водителдәрҙе тиҙлекте аштырмай йөрөргә, ьашҡа автомобилдәр менән дистанция тоторға өндәй”.
Читайте нас