-8 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2018, 11:40

Көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн тарифтар яңынан ҡараласаҡ

Яҡын көндәрҙә Башҡортостанда ведомство-ара махсус комиссия эшләй башлай. Уның составына власть органдары белегстәре, йәмәғәт ойошмалары активистары һәм төбәк операторҙары вәкилдәре инә. Комиссияның маҡсаты — сүп-сар йыйыу буйынса ҡабул ителгән нормативтарға етди анализ яһау һәм тарифтарҙың формалашыуына аңлатма биреү.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, киләһе йылдың 1-се ғинуарынан коммуналь түләүҙәр квитанцияһында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтар тураһында айырым мәғлүмәт күрһәтелә. Уға сүп-сарҙы йыйыу, транспорт менән сығарыу, эшкәртеү, полигондарға күмеүгә киткән сығымдар инә.
Әлегә тиклем торлаҡ хеҙмәттәренең был төрө өсөн айырым түләү билдәләнмәне. Башҡарылған хеҙмәт өсөн хаҡ берҙәм тарифтан сығып иҫәпләнәсәк.
Читайте нас