Өфөлә ҙур балауыҙ көйәһе ҡарышлауығы төнәтмәһе нигеҙендә дарыу етештерелә. Тәбиғи компоненттарҙы ҡулланып етештерелгән капсула һәм ҡәләмдәр гигиена йәһәтенән дә ҡулланыуҙа уңайлы. Өфө фармацевтарының асыштары менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.
Ҡарышлауыҡтарҙан стоматологияла ҡулланыу өсөн дарыуҠарышлауыҡтарҙан стоматологияла ҡулланыу өсөн дарыу
Ҙур балауыҙ көйәһе күпләп умарталарҙы юҡҡа сығара алыу көсөнә эйә. Улар балауыҙ ашай, балды, инә һөтөн һәм хитинды юҡҡа сығара. Әммә умартасыларҙың ҡан дошманына әүерелмәй. Баллы рационы арҡаһында ҡарышлауыҡтың файҙалы сифаттары арта. Уларҙан фармакологтар, дарыуҙарға ҡушыр өсөн махсус төнәтмә әҙерләй.
Ҡан әйләнеше яҡшыра, вирус һәм бактерияларға ҡаршы тора алыу һәләте арта. Был ҡарышлауыҡтарҙан дауалау өсөн ҡаҡ, майҙар етештерелә. Медицина университеты ғалимдары уйлап тапҡан стоматологик ҡәләм пародонт сирҙәрен дауалағанда ҡулланыла.
Йыл һайын медицина университеты фармацевтары уртаса ике яңы дарыуҙы патентлай. Был бөтәһен дә яңынан башлау тигән һүҙ түгел, булған һөҙөмтәле препараттар уңайлы итеп ҡулланыуға яраҡлаштырыла.
Нормативтар буйынса уйлап сығарылған стоматологик пленка, ҡатланып, уның компоненттары тигеҙ буталырға тейеш. Ғалимдар тәжрибә үткәрә һәм көтөлмәгән асыштарға юлыға.
Составында лидокаин һәм нетимицин булған майҙы етештереү өҫтөндә лә эш уңышлы бара. Һуңынан патент алынасаҡ. Әлегә фармацевтика технологияһы кафедраһында улар 67. Патенттар етештереүгә тиклем барып етмәгән. Белгестәр фекеренсә, был күп сығымдар талап итә. Аспиранттар үҙ эштәрен кандидатлыҡ диссертацияһы булараҡ яҡлай. Теркәлеү үткән препараттар уҡыу процессына индерелә. Һөҙөмтәле дауалаған һәм уңайлы дарыуҙар иһә дарыухана кәштәләре урынына уҡыу йорто аудиторияларында урын ала.