Республика етәксеһе аҙна һайын кесе йомала бер сәғәт ваҡытын медицина өлкәһендәге көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүгә бүләсәк. Башҡа кәңәшмәләрҙән айырмалы, бында мәсьәләләр тикшерелеп кенә ҡалмай, уны хәл итеү юлдары ла билдәләнә. Ошо рәүешле республикалағы иң киҫкен проблема даими контролгә алына.
Һаулыҡ һаҡлауға бер сәғәтҺаулыҡ һаҡлауға бер сәғәт
Тәүге һаулыҡ һаҡлау сәғәтендә барлыҡ район башлыҡтары һәм медицина учреждениелары етәкселәре ҡатнашты. Әммә киләсәктә видеокәңәшмәгә медицина хеҙмәте күрһәтеү мәсьәләһе киҫкен торған төбәктәр генә ҡатнашасаҡ. Был юлы кәңәшмәлә райондарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм белгестәргә ҡытлыҡ мәсьәләһе өйрәнелде. Әле республикала 2064 акушер пункты эшләй. Шуларҙың 49-ҙы авария хәлендә. Медицина учреждениелары иҫәбен модулле ФАП-тар ярҙамында арттырырға ҡарар ителде.
Быйыл Республикала ике тиҫтә ошондай пункттар файҙаланыуға тапшырылған, йыл аҙағына тиклем тағы шул сама беренсел медицина ярҙамы учреждениеһын сафҡа индереү күҙаллана. Радий Хәбиров әйтеүенсә, күп осраҡта фельдшер-акушерлыҡ пункттарының эше тик үҙ һөнәрен яратыусы кешеләргә генә ҡорола.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Как в ФАп не зайду, выхожу оттуда с хорошим настроением. Потому что там работают такие чудесные люди. Мы будем их поддерживать”.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда йөҙҙән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты буш тора. Унда эшләрлек белгестәр юҡ. Радий Хәбиров медицина өлкәһендәге кадрҙар мәсьәләһен үтә киҫкен тип билдәләне. Беренсел медицина ярҙамы табиптарын арттырыу өсөн гранттар булдырыу тәҡдиме ҡаралды. Махсус белгестәргә миллион һум аҡсалата ярҙам күрһәтелеүе лә был проблеманы хәл итеүгә һиҙелерлек аҙым. Уны һирәк һөнәр үҙләштереп тәғәйен ергә эшкә барыусыларға бирәсәктәр. Йыл һайын дәртләндереү аҡсаларын 125 белгес аласаҡ. Кәңәшмәлә юллама буйынса уҡыусыларҙы кире төбәктәргә ҡайтарыу мәсьәләһе лә өйрәнелде.
Рафаэль Яппаров, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы: “С целевиками в последнее время работа в полном обьеме не проводилась. Мы посчитали что в 2018 году их 271 целевика 72 так и не доехали до места работы”.