Улайһа Зәйнетдиновтарға һалым инспекцияһы үҙе түләргә тейеш. Сәхнәлә 76 кешенән торған музыкаль ғаиләнең яртыһы ғына. 11-се булып донъяға килгән Миндеғәфүр үҙ ғаиләһе менән республиканың "Өлгө ал" конкурсы еңеүсеһе тип танылды. Күмәк булған өсөн генә түгел, ә йәмғиәттә социаль әүҙем тормош алып барғандары өсөн. Үрнәк алырлыҡ булғандары өсөн.
Күп балалы ғаиләләр транспорт һалымы түләмәйәсәкКүп балалы ғаиләләр транспорт һалымы түләмәйәсәк
"Таҙа Өфө" экологик акцияһын ойоштороусы Воробьевтар , мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы ҡышҡы спорт төрҙәренә ылыҡтырыусы Йыһаншиндар, Бирҙеғол ауылы урамдарында ут үткәреп, ял майҙансыҡтары асыусы Ғиззәтуллиндар, Ғафури районында грант аҡсаһына ауылда обелиск ҡуйып, йәштәргә спорт майҙансығы төҙөгән Юлыҡовтар, Туймазыла төрлө экологик проекттарҙы ғәмәлгә ашырыусы Хәбировтар, хужаһыҙ эт һәм бесәйҙәрҙе дауалап, изге ҡулдарға тапшырыусы Кузнецовтар, Бәләбәй балалар йортонда балалайка түңәрәге асыусы Крыловтар, мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн көршәктәр яһарға өйрәтеүсе Ғәлиевтар, йәштәрҙе берләштереүсе Сухаревтар. Бәйгелә ҡатнашҡан һәр ғаилә үҙенсәлекле, ниндәй ҙә булһа эшкә сәм һәм дәрт менән тотона, бар яҡлап та беренсе булырға тырыша. Уларҙың ижади һәләттәре йәки башҡарған эштәре тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин.
Бәйге нисек кенә көсөргәнешле булһа ла - еңеүсе берәү. Тамашасы ҡумыҙсылар ғаиләһе - Зәйнетдиновтар автомобиль хужаһы булырға хаҡлы тип музыкаль пар өсөн тауыш бирҙе. Конкурстың финалына сыҡҡан башҡа ғаиләләрҙәге балалар “Орленок” белем биреү үҙәгендә ял итергә юлламалар менән бүләкләнде.
Зәйнетдиновтар республика тамашасыһына яҡшы таныш. Улар ҡумыҙ сәнғәтен пропагандалап Башҡортостандан ситтә лә популярлыҡ яулаған пар. Төпкөл ауылдарҙан килгән башҡа конкурсант ғаиләләр социаль әүҙемлеге, халыҡ мәнфәғәте өсөн фиҙаҡәр хеҙмәте менән бөтә республикаға дан ҡаҙанды. Йәмәғәт эштәренә битараф ҡала алмауы, янып-көйөп йәшәүҙәре, һәр эштә лә әйҙәүсе булып йөрөүҙәре күптәргә үрнәк.
"ӨЛГӨ АЛ!" телевизион конкурсы Ғаилә йылы сиктәрендә ойошторолған иң сағыу сараға әүерелде. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡотлау һүҙендә ғаилә институтын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленәсәгенә баҫым яһаны.
Рәсәйҙә тәү башлап Башҡортостанда үткәрелгән конкурс матур йолаға әйләнер тигән ышаныс тыуа. Һоҡланырлыҡ ғаиләләр күберәк булғанда, йәмғиәт тә алға ынтыласаҡ. Ә дәүләттең төп маҡсаты - ғаиләргә ярҙам итеү һәм демографик хәлде яҡшыртыуға мөмкинлектәр булдырыу.
Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 46 мең күп балалы ғаилә йәшәй. Дәүләт тарафынан уларға даими ярҙам күрһәтелә. Төп ташламарҙан башҡа, 1 ғинуарҙан күп балалы ғаиләләр еңел автомобиль өсөн һалым түләүҙән бушатыласаҡ һәм "Әсәлек даны" миҙалына эйә булған ҡатын-ҡыҙҙар 8500 һум урынына 15 мең һум аҡса менән бүләкләнә башлаясаҡ.