"Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһының "Тамыр" балалар-үҫмерҙәр телеканалы "Федерация" IV Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы номинацияһында еңеп сыҡты.
Этнолайк — еңеүсеЭтнолайк — еңеүсе
Телевидение һәм Инстаграм селтәре мөмкинлектәренә ҡоролған проект башҡорт халҡының этнографияһы менән таныштыра. Конкурста Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 200-ҙән ашыу эш ҡатнашҡан.
"Этнолайк" проекты "Ата-бабалар теле" номинацияһында иң яҡшыһы тип танылған. Еңеүселәрҙе бүләкләү Мәскәүҙә үтте.