Яуым-төшөмдөң артыуы фаразлана. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, иртәгә республика биләмәләрендә бер аҙ ҡар яуыуы, еңелсә буран сығыуы, юлдарға ҡар һалыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Термометр бағаналары төндә 7-12, аяҙайтҡанда 16, көндөҙ 5-10 градус һыуыҡ күрһәтәсәк.
Киләһе тәүлектәрҙә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөләКиләһе тәүлектәрҙә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә
Юлдарҙа күреү мөмкинлегенең бер-ике саҡрымғаса сикләнеүе күҙаллана. Һауа шарттарын иҫәпкә алып, юл инспекторҙары водителдәрҙе тиҙлек режимын арттырмаҫҡа, юл йөрөү ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.
Динар Ғилметдинов, Башҡортостандың баш автоинспекторы: “Юлға сыҡҡанда һауа шарттарына ҡарарға онотмағыҙ. Бынан сығып тиҙлекте һайларға кәрәк. Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен дә онотмағыҙ”.
Әле федераль һәм республика әһәмиәтендәге юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуға иғтибар ҙур, ҡом һәм тоҙ ҡатнашмаһы һибелә. Баш ҡалала ла коммуналь хеҙмәттәр көсөргәнешле эш режимына күсерелгән. Урамдарҙы таҙартыу тәүлек әйләнәһенә ойошторола,- ти баш ҡаланың коммуналь хужалыҡ идаралығы етәкселеге.
Ғәфүр Ҡылысбаев, Өфө ҡалаһының коммуналь хужалыҡ идаралығы етәксеһе урынбаҫары: “Бөгөн ҡалала 259 берәмек техника һәм 300 юл хужалығы хеҙмәткәре урамдарҙы таҙартыуға йәлеп ителгән. Бынан тыш торлаҡ хужалыҡтары ла техника һәм эшсе ҡулдар менән ярҙамға килде. Эш тәүлек әйләнәһенә ойошторолған”.