0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2018, 17:53

Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособие күләме 9200 һумға етәсәк

Киләһе йылдан эшһеҙлек буйынса пособие күләме артасаҡ. Пособиеның минималь күләме 850 һумдан 1500 һумға тиклем, максималь күләме 4900 һумдан 8000 һумға тиклем етәсәк. Был хаҡта төбәктең Хеҙмәт министрлығы хәбәр итә.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса,киләһе йылдан республикала, урал коэффициентын иҫәпкә алып, эшһеҙлек буйынса пособиеның минималь күләме -1725 һум, юғары күләме -9200 һум тәшкил итәсәк. Әлеге ваҡытҡа урал коэффициентын иҫәпкә алғанда, пособиеның минималь күләме 977,5 һум, максималь күләме- 5635 һум.
Билдәдәп үтергә кәрәк, киләһе йылдан пенсия алды йәштәге граждандар өсөн эшһеҙлек буйынса пособие индереләсәк. Улар өсөн түләүҙең минималь күләме 1500 һум, максималь күләме - 11280 һум тәшкил итәсәк.
Читайте нас