Йома, 30 ноябрҙә, төбәктә көндөҙ ҡар яуыуы, еңелсә уран сығыуы көтөлә. Һауа торошо тураһында мәғлүмәтте Башгидрометүҙәк хәбәр итә.
Төбәктә ҡар яуыуы һәм һауа температураһының -27°-ҡаса түбәнәйәүе көтөләТөбәктә ҡар яуыуы һәм һауа температураһының -27°-ҡаса түбәнәйәүе көтөлә
Метеорологтар мәғлүмәттәре буйынса, көндөҙ айырым райондарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә ун алты градус һалҡын, урыны менән 27 градусҡаса һыуытасаҡ. Көндөҙ 12 градус һалҡын.
«Алдағы ике көндә һалҡын һауа торошо көтөлә, урыны менән ҡар яуыуы ихтимал», -тип хәбәр итә Башгидрометүҙәк.