+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2018, 13:13

Милли баҫмаларҙың тиражын нисек һаҡлап ҡалырға?

Бөгөн башҡалала район-ҡалалар һәм республика гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре, хәбәрселәре ҡатнашлығында уҙған семинарҙа тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләре ҡаралды. Кәңәшмәлә журналистикала яңы эш алымдары иғтибар үҙәгенә ҡуйылды.

Бөгөн башҡалала район-ҡалалар һәм республика гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре, хәбәрселәре ҡатнашлығында уҙған семинарҙа тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләре ҡаралды. Кәңәшмәлә журналистикала яңы эш алымдары иғтибар үҙәгенә ҡуйылды.
Милли баҫмаларҙың тиражын нисек һаҡлап ҡалырға?Милли баҫмаларҙың тиражын нисек һаҡлап ҡалырға?
Мөхәррирҙәр фекеренсә, мәғлүмәт сығанаҡтары көндән-көн интернет киңлектәрен нығыраҡ яулаған осорҙа ваҡытлы матбуғат баҫмалары ла камиллашырға тейеш. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа социаль селтәрҙәр аша уҡыусылар өсөн төрлө акциялар ойоштороу гәзит-журналдарғаүҙ аудиторияһын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.
Нәйлә Имаева, "Йәнтөйәк" гәзитенең баш мөхәррире: “Һуңғы өс йылда “Яҙыл да – бүләк от” хәйриә акцияһын ойошторҙоҡ. Кеше бында ҡушылды. Яҙылалар ҙа туғандарына, күп балалы ғаиләләргә, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә бүләк итәләр”.
Фаил Фәтхетдинов, "Ҡыҙыл таң" гәзитенең баш мөхәррире: “Баҫма матбуғатын һаҡлап ҡалыу өсөн уҡыусылар менән осрашыуҙар, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, борсоған проблемаларҙы сағылдырырға кәрәк”.
Семинарҙа интернетҡа ҡуйылған материалдарҙың сифатын яҡшыртыу мөһимлеге лә билдәләнде. Рәсми баҫмалар үҙҙәренең төп тәғәйенләнешенән тайпылмаҫҡа, уҡыусыларҙы мәңгелек ҡиммәттәр рухында тәрбиәләргә тейеш, тине тармаҡ етәкселәре.
Марат Ғәзизов, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе урынбаҫары: “Заманса журналистиканың маҡсаттары киң. Яңылыҡтар ғына биреү түгел, тәрбиәләү ҙә мөһим”.
Читайте нас: