Башгидрометүҙәк аҙна башына һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Бөгөн республиканың ҡайһы бер райондарында бер аҙ ҡар яуасаҡ.
Юлдарҙың айырым өлөштәрендә боҙлауыҡ.
10 декабрҙә ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Көндөҙ һауа температураһы һигеҙ градус һалҡын булыуы көтөлә.
Шишәмбе һауа торошо үҙгәрмәйәсәк. Һауа температураһы төндә ун бер градус, көндөҙ туғыҙ градус һалҡын.