0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2018, 11:15

Бер йорттан ғына алтмыш мең һумға яҡын килем

Мутлашыу юлы менән. Ҡайһылыр пенсионерҙан 7, бәғзеләренән 9, 10 меңләп аҡса йыйып сыҡҡандар. Янғын хәүефһеҙлеге вәғәҙә итеп... Төтөн сығыуын иҫәкәртеүсе ҡорамалдар ҡуйып сығып... Таламағандар, мәжбүр итмәгәндәр, әммә фатир хужалары бер ни уйламай тотош пенсияларын биреп сығаран.

Мутлашыу юлы менән. Ҡайһылыр пенсионерҙан 7, бәғзеләренән 9, 10 меңләп аҡса йыйып сыҡҡандар. Янғын хәүефһеҙлеге вәғәҙә итеп... Төтөн сығыуын иҫәкәртеүсе ҡорамалдар ҡуйып сығып... Таламағандар, мәжбүр итмәгәндәр, әммә фатир хужалары бер ни уйламай тотош пенсияларын биреп сығаран.
Бер йорттан ғына алтмыш мең һумға яҡын килемБер йорттан ғына алтмыш мең һумға яҡын килем
Быға ҡомһоҙлоҡ һәм бушҡа өмөт итеү тойғолары сәбәпсе. Ҙур сумма әйтеп, шулай ҙа яртыһын ташлама яһайбыҙ тиһәләр, өлкәндәр генә түгел, йәштәр ҙә тоҙаҡҡа эләгергә тора.
Өфөнөң Комсомол урамында йәшәүселәр тоҙаҡҡа эләккән. Дөрөҫөрәге, мутлашыусылар ҡорған тоҙаҡҡа. Үҙҙәрен янғынға ҡаршы хеҙмәткәрҙәр тип танытыусылар, башлыса пенсионерҙар йәшәгән фатирҙарға ишек шаҡый. Улар оло йәштәгеләрҙе Мәскәү комиссияһы төтөнгә сигнал биреүсе ҡоролмаларҙы тикшерергә йыйыныуы тураһында иҫкәртә. Ә инде приборҙарын ҡуйып өлгөрмәгән хужаларҙы штрафтар менән ҡурҡыта.
Анна Рылова, зыян күреүсе: “Они меня окружили, я их побоялась. Думала по голове ударят. Просили десять тысяч, я и дала. Мало ли что, их 4 мужчины, я одна”.
Ғәҙәттә, бындай һүҙҙәрҙән һуң бер ҡатлы пенсионерҙарҙың күбеһе һуңғы аҡсаларын да сығарып һалырға әҙер. Был юлы ла хаҡлы ялдағыларҙың байтағы саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы фатирҙарына үткәрә. Мирхәйҙәровтар фатирына улар 15 мең һумлыҡ приборҙар ҡуя. Шулай ҙа хужаларҙан ярты хаҡты ғына һорап бар икеләнеүҙәрҙе лә кире ҡаға.
Нәжибә Мирхәйҙәрова, зыян күреүсе: “Һүҙ ҡыҫтырырға лла бирмәйҙәр, эй матур һөйләйҙәр. Ҡыуһаң, дүртәүләп уратып алдылар һәм аҡса таптыра башланылар”.
Янғынға ҡаршы ялған хеҙмәткәрҙәр пенсионерҙарға ҡағылмай, ә бына йәшерәк күршеләрҙең береһе улар ҡулынан зыян күргән. Әлеге ваҡытта Алексей Виноградовтың күҙ төбө күгәргән һәм икенсе көн башы ауырта. Ҡазаға тарыусы мутлыҡ ҡылыусыларҙы кеҫә телефонына ла төшөрөп өлгөргән. Хәҙер ул ғәйеплеләрҙе язаға тарттырыу өсөн полицияға мөрәжәғәт итергә йыйына.
Алексей Виноградов, зыян күреүсе: “Мы решили его задержать, я заговорил о телевидении, они побоялись огласки. Тогда высокий ударил меня”.
Урындағы халыҡ мутлашыусыларҙың яуыз ниәттәрен үҙаллы ғына бойомға ашыра алыуына ышанып етмәй. Оло йәштәгеләр йәшәгән фатирҙар исемлеген ҡулға төшөрөү өсөн уларға торлаҡ-эксплуатация хужалығы ярҙам итеүе ихтимал, ти зыян күреүселәр. Шулай ҙа был юлы халыҡты алдаусылар мутлыҡ менән муллыҡҡа ирешеп өлгөрмәй. Бында инде алданған кешеләр үҙҙәре әүҙемлек күрһәтә. Эштең айышына төшөнгән хужалар янғынға ҡаршы ялған хеҙмәткәрҙәрҙе аҡсаларын ҡайтармайынса өйҙән сығармай.
Фидалиә Иҙиәтуллина, зыян күреүсе: “Пенсионерҙарҙы алдап йөрөйҙәр. Кем уларға исемлек биргән? Тимәк уларҙан юғарыраҡ торған кемдер бар. Былар тик башҡарыусылар ғына. Яҡшы кейенгәндәр, танытмалары бар, ҡулдарында папка, костюм кейгәндәр, кеше ышандырып йөрөйҙәр”.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан билдереүҙәренсә, бөгөн республикала янғындарҙы иҫкәртеүсе саралар даими үткәрелә. Әммә рейд барышында бер кем дә хужаларҙың теләгенән тыш бындай приборҙарҙы ҡуя алмай. Уның ҡарауы, ялған белгестәр халыҡтың үҙ хоҡуҡтарын белмәүен оҫта файҙалана. Шуға ла ҡотҡарыусылар билдәһеҙ кешеләр ишек шаҡығанда иң беренсе уларҙың танытмаларын һорарға, шик тыуған осраҡта шылтырып белешергә кәңәш итә.
Рәхимйән Ғүмәров, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы бүлеге етәксеһе: “Инспекторҙар килгән саҡта, уларҙың танытмаһын ҡарарға кәрәк. Унда инспекторҙың вазифаһы, бүлеге яҙыла. Һәр кешене тикшерергә кәрәк. Танытма күрһәткән теләһә кемде өйгә индерергә ярамай”.
Бөгөн республикала төтөнгә тауыш ҡайтарыусы ҡоролмалар менән сауҙа итеүсе кибеттәр етерлек. Әммә ундағы хаҡтар һуңғы осраҡта ҡуйылған приборҙар менән сағыштырғанда, байтаҡҡа айырыла. Белгестәр әйтеүенсә, янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар ябай ғына булһа ла, кеше ғүмерҙәрен һаҡлауҙа улар иң һөҙөмтәле алымдарҙан һанала. Шуға ла бындай приборҙар барлыҡ өйҙәрҙә лә мотлаҡ булырға тейеш.
Ренат Ҡорбанов, Бөтә Рәсәй ирекле янғын һүндереү ойошмаһы бүлеге етәксеһе: “Иң ябайы – 215 һум тора, ҡыйбаты – 3 мең. Ул сигнал сыҡҡан саҡта кеҫә телефонына хәбәр итә белә”.
Әйткәндәй, Башҡортостанда балаһы тыуған ғаиләләргә янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙар биреләсәк. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо туралығы указға ҡул ҡуйҙы. Быға тиклем янғынға ҡаршы ҡоролмаларҙы ишле һәм социаль яҡтан хәүефле ғаиләләр генә ала ине. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан балаһы тыуған һәр ғаилә ошо ҡоролма менән тәьмин ителәсәк.
Мутлашыусыларҙың әүҙемләшеүе тураһында һүҙ йөрөткәндә, миҙалдың икенсе яғында оноторға ярамай. Ни өсөн тигәндә, әгәр ҙә был ҡорамалдар кемделер янғындан ҡотҡарһа, тимәк, зыян күреүселәр түккән сығымдар диңгеҙҙәге тамсы кеүек ҡабул ителер. Сөнки кеше ғүмерен бер ниндәй матди байлыҡ менән дә алмаштытырлыҡ түгел.
Әлеге тиклем мутлашыусылар кешеләрҙе алдаған өсөн биш мең һум күләмендә штраф түләп кенә ҡотолоп килгән. Әммә Комсомол урамындағы хәлдән һуң улар ҡатыраҡ язаға тарттырылыуы ихтимал. Һәр хәлдә яман ниәт менән тән йәрәхәттәре килтергән өсөн закон буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатыу ҡаралған.
Читайте нас: