-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2018, 17:10

Башҡортостанда капиталь ремонтҡа түләүҙән азат итеүгә хоҡуғы булған оло йәштәге граждандар даирәһен киңәйтәсәктәр

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта капиталь ремонт өсөн түләүгә ташлама бирелгән пенсия йәшендәге кешеләр даирәһен киңәйтеүсе «Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милеккә капиталь ремонт үткәреүҙе ойоштороу тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын тикшереүҙе планлаштыра.

– 2016 йылда республика парламенты бер үҙе йәшәүсе эшләмәгән оло йәштәге торлаҡ биналары милекселәренә йәки ғаилә составында пенсия йәшендәге эшләмәгән граждандар ғына булған торлаҡ биналары милекселәренә капиталь ремонт өсөн взностар түләүгә компенсациялар биреү тураһындағы закон проектын ҡабул итте, – тип комментарий бирҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – 70 йәшкә еткән граждандарға бындай ташлама – 50 % күләмендә, 80 йәшкә етеүселәргә 100 % күләмендә бирелә. Бер йыл элек бындай компенсацияларҙың ғәмәле срогы 2020 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтылған ине. Хәҙер беҙ оло йәштәге граждан беренсе йәки икенсе төркөм инвалидтарҙан йәки 2018 йылдың 31 декабренә ҡарата пенсия тәғәйенләү шарттарына тап килгән кешеләрҙән торған ғаиләлә йәшәгән осраҡта ла бындай ташламаны биреүҙе закондар йәһәтенән нығытыуҙы тәҡдим итәбеҙ. Шулай итеп республика территорияһында оло йәштәге граждандар инвалидтар менән бергә йәшәгән ғаиләләргә ҡарата социаль ғәҙеллек билдәләнәсәк. Ташлама алыусылар даирәһе киңәйәсәк.
Читайте нас