+23 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
11 Декабря 2018, 06:23

Башҡортостандан бер-нисә тиҫтә турист Ҡытайҙың Хайнань утрауынан ялдан ҡайта алмай ҡалды

Рәсәй туристарын ҡайтарыусы Ир -эйр компанияһының осоу программалары кисектерелеүҙең сәбәбе - "Жемчужная река "туроператоры менән авиакомпания араһында финанс бәхәсе. Ике һәм унан да ашыу бизнес-партнер араһында бәхәс ни эшләптер суд юлында хәл ителмәй, ә пассажирҙарға уңайһыҙлыҡтар тыуҙырыуын дауам итә.

Рәсәй туристарын ҡайтарыусы Ир -эйр компанияһының осоу программалары кисектерелеүҙең сәбәбе - "Жемчужная река "туроператоры менән авиакомпания араһында финанс бәхәсе. Ике һәм унан да ашыу бизнес-партнер араһында бәхәс ни эшләптер суд юлында хәл ителмәй, ә пассажирҙарға уңайһыҙлыҡтар тыуҙырыуын дауам итә.
Башҡортостандан бер-нисә тиҫтә турист Ҡытайҙың Хайнань утрауынан ялдан ҡайта алмай ҡалдыБашҡортостандан бер-нисә тиҫтә турист Ҡытайҙың Хайнань утрауынан ялдан ҡайта алмай ҡалды
Көньяҡ ҡытай диңгеҙендә ял итеүсе Өфөлөләр әммә улар артынан "Ир-эйр" авиакомпанияһы самолеты килмәгән. Был туроператор һәм пассажирҙар ташыған авиакомпанияның банкротлыҡ осрағы түгел. Ике компания ла үҙ эшмәкәрлеген туҡтатмаған. Авиакомпанияның "Жемчужная река" турфирмаһына дәғүәһе аҡса күсермәүҙә. Ә мең ярымдан ашыу ял итергә осҡан Рәсәй туристары Ҡытайҙан ҡайта алмай ултыра.
Сәғитйән Иҙиәтуллин: “Был беҙҙең мажараның башы ғына булмаһын. Бөтәһе лә ыңғай хәл ителһен”.
Әммә пассажирҙар аэропроттарҙың көтөү залында түгел, туроператор иҫәбенә ваҡытлыса отелдә йәшәп тора. Әммә тағы бер аҙна ял итеү ваҡыты булған халыҡ борсолоу сигендә.
Был бәхәстә тағы ла бер аҙналыҡ ялы ҡалғандарға еңел түгел. Улар экскурсияларға йөрөй алмай һәм ял итеү урыннына, телевизорҙағы яңылыҡтарҙан күҙен алмай. Рәсәйҙән 1500 пассажирҙы ҡайтарыу мәсьәләһе әлегә асыҡ ҡала, күптәренең ҡайтаһы юлға билеттары ла бар. Бәхәс хаҡы күләме -ике ярым миилион америка доллары. Пассажирҙарҙы ташыусы авикомпания белдереүенсә был суммаға"Жемчужная река"бурыслы.
Туроператорҙың ҡыҙыу линияһы һәм Өфө менән эшләгән менеджеры телефины көнө буйы яуап бирмәй. Әммә интернетта "Жемчужная реканың"рәсми сайты әле лә эшләй. Был сайттан 11, 18 декабргә турҙар һатып алырға мөмкин.
Ҡытайға турҙар хаҡында хәүефле яңылыҡтар ноябрь айынан бирле күҙәтелгән. Силәбе туристарын алдан бронь ҡуйылмаған отелгә урынлаштыралар. Был рейста Наталья Кулагина ла була. Ул Ҡытайҙан өс көн элек кенә ҡайтҡан. Уларҙың рейсы 36 сәғәткә тотҡарланған. Сәбәбе-самаолет ватылыуында. Әммә турист, жемчужная река фирмаһы беҙҙең алды үҙ бурысын үтәне, тип белдерә.
Наталья Кулагина: “Улар беҙҙе ашатты, экскурсияларға йөрөттө, отелгә урынлаштырҙы. Бөтәһе өсөн дә туроператор түләне”.
Туристар аҡсаһын юғалтмаясаҡ, уларға путевка өсөн түләгән суммалар 30 эш көнө эсендә кире түләнәсәк. Шулай уҡ Рәсәй туристарын ҡайтарыу мәсьәләһе лә
хәл ителәсәк, тип белдерҙеләр беҙгә турист агентлығында.
Надежда Фридман, турист агентлығы етәксеһе: “Беҙ уларҙы алдан иҫкәртеп торабыҙ һәр ваҡыт бәйләнештәбеҙ, икенсе юлдар тәҡдим итәбеҙ. Бер путевканы ғәмәлдән сығарҙыҡ, ял итергә барыуҙан баш тартыусынан ғаризаһын ҡабул иттек, был клиенттың финанс юғалтыуҙары булмаясаҡ. Ҡалған туристар ҡайтһын өсөн төрлө юлдар ҡарала. Беҙҙең клиенттар мөғжизәгә ышана”.
Әммә Өфө аэропортына иртәгәһе рейстар алыныуы хаҡында хәбәр ителмәгән. Был хаҡтағы мәғлүмәт аэропортҡа хеҙмәткәрҙәренә һылтанма менән интернет селтәренә урынлаштырылған. Ҡытайға ял итергә барған Рәсәй туристары визаны төркөмдәрҙә рәсмиләштерелгән, шуға күрә лә һәр кем үҙаллы Рәсәйгә юллана алмай.Ростуризмдан рәсми белдереүҙәренсә, авиакампания пассажирҙар хоҡуҡтарын боҙа. Ҡулында ҡайтаһы рейсҡа билеты булған ял итеүселәрҙе ташыусы авиакомпания уларҙы билетта күрһәтелгән датала ҡайтарырға бурыслы. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда Ҡытайҙың Хайнянь утрауынан 363 турист менән беренсе рейс Ҡазан ҡалаһына осҡан. Ҡалған пассажирҙар ҙа оҙаҡламай Рәсәйгә ҡайтарыласаҡ тип көтөлә.
Читайте нас