+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2018, 11:29

"Хәүефһеҙ юлдар" федераль проекты юл фажиғәләрен кәметеү маҡсатын ҡуя

Уға ярашлы, авариялар йыш теркәлгән урындар тәртипкә килтерелә, балалар араһында аңлатыу эше алып барыла. Өфөлә пассажир ташыусылар, тәжрибәле водителдәр, шулай уҡ руль артына әле генә ултырыусы студенттар араһында тест-һынау үтте.

Уға ярашлы, авариялар йыш теркәлгән урындар тәртипкә килтерелә, балалар араһында аңлатыу эше алып барыла. Бөгөн Өфөлә пассажир ташыусылар, тәжрибәле водителдәр, шулай уҡ руль артына әле генә ултырыусы студенттар араһында тест-һынау үтте.
Хәүефһеҙ юлдар федераль проекты юл фажиғәләрен кәметеү маҡсатын ҡуяХәүефһеҙ юлдар федераль проекты юл фажиғәләрен кәметеү маҡсатын ҡуя
Проектҡа ярашлы, улар 20 минут эсендә 21 юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса һорауҙарға яуап бирергә тейеш ине. Һөҙөмтәләр бик яҡшынан түгел, ҡатнашҡан 40 кешенең ни бары ун дүрте генә имтиханды уңышлы үтте. Башҡаларға үҙ белемдәрен камиллаштырыу бурысы йөкмәтелде. Сөнки "Хәүефһеҙ юлдар" ҙың маҡсаты - юл-транспорт ваҡиғаларына юл ҡуймау. Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров билдәләүенсә, былтыр республика юлдарында теркәлгән аварияларҙа 512 кеше һәләк булған, уларҙың егерме өсө балалар. Был күрһәткестәр төрлө тән-йәрәхәттәре, зыян күреүселәрҙе иҫәпкә алмай. Тест-һынауҙарҙа теләгән һәр кем ҡатнашып, үҙ белемен тикшерә ала.
Читайте нас: