Пациенттарға ябай дарыуҙар яҙҙырыр өсөн дә үҙәккә барып йөрөргә тура киләмәйәсәк. Был турала республика етәксеһе уҙғарған Һаулыҡ һаҡлау сәғәтендә билдәләнде. Быға тиклем рецепттар һәм ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары биреү тәртибе аныҡ ҡына билдәле түгел ине. Ҡайһылыр төбәктәрҙә ауыл фельдшерҙары ла яҙып бирә алһа, айырым райондарҙа халыҡ үҙәккә йөрөргә мәжбүр ине.
Рецепттарҙы фельдшерҙар яҙып бирәсәкРецепттарҙы фельдшерҙар яҙып бирәсәк
Радий Хәбиров үткән аҙналағы һаулыҡ һаҡлау сәғәтендә был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә ҡушты. Хәҙер иһә был документтарҙы тәүсел медицина белгестәре лә тултыра аласаҡ. Бының өсөн медицина учреждениеһының, район баш табибының рөхсәте генә талап ителә. Шул иҫәптән ташламалы дарыуҙарға ла рецептты фельдшерҙар бирә аласаҡ.