+17 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
18 Декабря 2018, 08:42

Башҡортостанда һәр ата-әсә балалар баҡсаһы өсөн түләүҙәр өсөн компенсация аласаҡ

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, балалар баҡсаһы өсөн түләүҙәрҙе компенсациялау маҡсатында, бер миллиард һум күләмендә аҡса бүлеүҙе һораны. Төбәк Башлығы билдәләүенсә, мәктәпкәсә йәштәге һәр баланың ата-әсәһе ярҙам алырға тейеш.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, балалар баҡсаһы өсөн түләүҙәрҙе компенсациялау маҡсатында, бер миллиард һум күләмендә аҡса бүлеүҙе һораны.
Төбәк Башлығы билдәләүенсә, мәктәпкәсә йәштәге һәр баланың ата-әсәһе ярҙам алырға тейеш.
Башҡортостанда һәр ата-әсә балалар баҡсаһы өсөн түләүҙәр өсөн компенсация аласаҡ
«Законға ярашлы, компенсация алыуға килеме түбән ғаиләләргә генә хоҡуҡлы. Граждандар һорауы буйынса, был закон 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем кисектерелеп тора.Балалары баҡсаға йөрөгөн һәр ғаиләгә ярҙам күрһәтергә кәрәк. Ошо маҡсатта, 1 миллиард һум күләмендә аҡса бүлеүҙе һорайым».
Радий Хәбиров билдәләүенсә, әле төбәктә балалар баҡсаһына бәләкәй төркөмдәргә ихтыяж ҙур. 2021 йылға яңы 49 балалар баҡсаһын булдырыу күҙаллана.Төбәк Башлығы башҡа ысулдарҙы ла ҡулланырға саҡырҙы. Шәхси балалар баҡсаһын булдырыу, эшҡыуарҙарға гранттар бүлеү мөһимлеген белдерҙе.
Читайте нас