Ғаилә йылы айҡанлы 12-се «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһында «Әсәй, атай һәм мин –спорт ғаиләһе» ярышы үтте
Уның маҡсаты- балаларҙа спортҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыу ине.
Ярышта мәктәпкә «Йәйғор» әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре һәм уларҙың ата-әсәләре - барлығы дүрт ғаилә ҡатнашты. “Ғаилә уйындары” айырыуса оҡшаны.
Сара бер тында үтте. Күп төрлө эстафеталар булды, һәр береһендә етеҙлек, тиҙлек һәм иғтибар талап ителде, балалар һәм ата-әсәләр һынауҙарҙы еңел генә үтеп, үҙҙәренә ыңғай эмоциялар алды. Ата-әсәләр еңеүгә ҡыуанды, ә балалар ата-әсәләренең эргәләрендә булыуына шатландылар.
Спорт байрамы һуңында һәр ғаилә бүләктәр һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Ә тәрбиәселәр йыйылыусыларҙы үҙҙәренең йырҙары, бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы. Ғаилә байрамының уңышлы үтеүе тәрбиәсе З.Ф. Сабирова, А.Р. Ибраһимованың тырышлығы һәм ғаиләләрҙең ярҙамы һөҙөмтәһе.