Рәсәй Президенты Владимир Путин белдереүенсә, халыҡ тормоштоң яҡшы яҡҡа үҙгәреүен көтә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, ул үҙенең эшмәкәрлеген тап ошо йүнәлештә алып барасаҡ. "Инцидент" системаһы меңәрләгән проблемаларҙы асыҡлай. Дәүләт органдарында эшләгәндәрҙән айырым талап буласаҡ.
Радий Хәбиров «Владимир Путин белдереүенсә, халыҡ тормош шарттарының яҡшы яҡҡа үҙгәреүен көтә »Радий Хәбиров «Владимир Путин белдереүенсә, халыҡ тормош шарттарының яҡшы яҡҡа үҙгәреүен көтә »
Коррупция менән көрәшергә кәрәк. Ҡайһы бер башлыҡтар тиҫтә йылдар дауамында үҙ вазифаларын биләй. Һәм ошо йылдар дауамында үҙ урындарын һаҡлай. Муниципаль берәмектәр ассоциацияһын ошо проблема буйынса әңгәмә ойоштороуон һорайым. Муниципаль район башлығы үҙ вазифаһын билдәле ике осорҙан артыҡ биләргә тейеш түгел, тигән һығымтаға килерһегеҙ тип ышанам. Идара итеүселәр эшһеҙ ҡалмаҫ.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн, 18 декабрҙә, Дәүләт Йыйылышына үҙ мөрәжәғәтнәмәһен еткерә.