Үҙҙәренең тормошондағы мөһим ваҡиғаны рәсми рәүештә теркәр өсөн ЗАГС бүлегенә көн һайын тиҫтәләгән кеше килә. Улар араһында шатлыҡлылары ла, ҡайғылылары ла бар: тыуым йәки уллыҡҡа алыу, яңы ғаилә ҡороу йәки никахты тарҡатыу, фамилияны, исемде алмаштырыу, яҡын кешеләрҙең үлеме.
Башҡортостан Республикаһы Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының Дәүләкән районы һәм ҡалаһындағы ЗАГС бүлегендә үҙ эшен бар нескәлектәренә тиклем белгән хеҙмәткәрҙәр: бүлек начальнигы Альфира Ринад ҡыҙы Гильдина, баш белгес-эксперт Наталья Викторовна Силантьева, белгес-эксперт Эльвира Рөстәм ҡыҙы Еникеева, гражданлыҡ торошо акттары яҙмаларының электрон архивын булдырыу буйынса оператор Әлфиә Дамир ҡыҙы Әхмәтйәнова эшләй. Уларҙың һәр береһенең иңендә ҙур яуаплылыҡ ята. Көндәлек бурыстар араһында- килеүселәрҙе ҡабул итеү, ҙур иғтибар талап иткән документтар менән эш, тантаналы рәүештә никах теркәү, оҙаҡ йылдар бергә йәшәүсе юбилярҙарҙы тәбрикләү һәм башҡалар. Быйылғы йыл республикала Ғаилә йылы тип иғлан ителеүе айҡанлы, бүлек хеҙмәткәрҙәре тарафынан районда ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу маҡсатында күп саралар ойошторған . Шулар араһында яңы тыуған сабыйҙарҙы тантаналы теркәү, шулай уҡ Әсә көнө, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө, юбилярҙарҙы һәм йәш парҙарҙы тәбрикләү.
Быйыл беҙҙең ҡалала һәм районда 360 сабый тыуған, 188 никах теркәлгән. Шатлыҡлы ваҡиғалар ҡайғылылары менән аралашып, ЗАГС бүлегенең көндәлек тормошон сағылдыра. Шуның өсөн уларҙың эше яуаплылыҡ, иғтибарҙан тыш кешеләрҙең хәленә инә белеүҙе, итәғәтлелек талап итә. Дәүләкән районы һәм ҡалаһының ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре ошо сифаттарға тулыһынса эйә.