0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2018, 11:06

Өфөләге Пэт үҙәгендә тикшерелеү бушлай

Ул мотлаҡ медицина страховкаһы иҫәбенә эшләнә. Ядро медицинаһы үҙәге асылғандан бирле дүрт йыл эсендә 20 мең тирәһе пациент заманса технологиялар ярҙамында диагностика һәм дауаланыу алған. Онкологияны асыҡлау һәм дауалауҙағы һуңғы ҡаҙаныштар хаҡында беҙҙең сайтта.

Ул мотлаҡ медицина страховкаһы иҫәбенә эшләнә. Ядро медицинаһы үҙәге асылғандан бирле дүрт йыл эсендә 20 мең тирәһе пациент заманса технологиялар ярҙамында диагностика һәм дауаланыу алған. Онкологияны асыҡлау һәм дауалауҙағы һуңғы ҡаҙаныштар хаҡында беҙҙең сайтта.
Өфөләге Пэт үҙәгендә тикшерелеү бушлай
Дмитрий Обухов Өфөләге Пэт үҙәгенә Ырымбурҙан килгән. Организмындағы бәләкәй диаметрлы шеште өйрәнергә һәм диагноз ҡуйырға кәрәк. Тәүҙә пациентҡа ҡан тамыры аша радиафарм препарат индерелә. Препарат тән буйлап таралғансы бер сәғәт тирәһе ул ятып тора һәм махсус һыу эсә. Әйтергә кәрәк, радиафарм препараттар ядро медицинаһы үҙәгендә етештерелә. Тикшереү үтергә әҙер булғас, ауырыу позитрон эмиссион томограф бүлмәһенә инә .
Тикшереүҙең артабанғы этабы инде рентгенологтар ҡарамағында. Улар заманса техникала төшөрөлгөн снимоктарҙы өйрәнеп диагноз ҡуя. Һөҙөмтә бер-ике тәүлек эсендә әҙер була, ә ситтән килгән кешеләргә ул шул уҡ көндә тапшырыла.
Позитрон эмиссион томограф МРТ һәм КТ тикшереүенән нимәһе менән айырыла? Кеше организмына индерелгән радиофарм препарат ярҙамында шештең организмдың ҡайһы өлөшөндә урынлашыуын, анатомик үҙенсәлеген һәм әүҙемлеген күҙәтергә мөмкин. Яман шешкә иң теүәл диагноз тап ошо технология аша эшләнә, ул 95-100 процент тәшкил итә. Һәр хәлдә, белгестәр шулай ти. Ә заманса шарттарҙа медицина тикшереүе республикала йәшәгән һәр кем өсөн бушлай, ул мотлаҡ медицина страховкаһы иҫәбенә башҡарыла.
Илшат Денисламов, "Пэт технолоджи" үҙәге баш табибы: “Беҙгә пациенттар үҙ төбәгендәге онколог юлламаһы буйынса килә. Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн был процедуралар дәүләт гарантияһы иҫәбенә, ә ситтәр – төбәк-ара пациенттар өсөн, юлламалары булмаһа, улар беҙҙең үҙәктә 6 процент тирәһе – түләүле”.
Өфөлә ядро медицинаһы үҙәге 2014 йылда асылды. 20 меңгә яҡын пациент бында һаулығын тикшертеп, дауаланып өлгөргән дә инде. Шулай ҙа яман шешкә диагноз ҡуйыу һәм дауалауҙа был ысул тураһында һәр төбәктә лә халыҡ белеп бөтмәй. ПЭТ үҙәккә ябай кешегә юл ябыҡ тигән фекер бар, әммә ул төптө улай түгел. Сиратҡа килгәндә, пациенттар бер аҙна тирәһе көтә.
Үҙәктә кибер бысаҡ менән дауалау үткәрелә. Хирург ҡулы етә алмаған урынға радиоактив нурҙар еңел генә һәм миллиметрына тиклем теүәл барып етә. Медицинала был алым төрлө шештәргә ҡаршы ҡулланыла. Нурланыш алыусы тирәләй урынлашҡан камералар аша радиохирург процесты теркәп бара. Дауалау беҙҙең пациенттар өсөн шулай уҡ бушлай, ә ситтән килгәндәр өсөн фракция 200 мең һум тирәһе. Өфөләге ПЭТ үҙәк – дәүләт һәм шәхси партнерлыҡтың уңышлы өлгөһө. Ул Рәсәй ҡалаларындағы 11 филиалдың береһе. Заман афәтенә әйләнгән яман шешкә диагноз ҡуйыуҙа алдынғы технологиялар ауырыуҙарҙың ғүмерен оҙайтырға ярҙам итә. Сөнки ни тиклем иртәрәк асыҡланһа, йәшәүгә ышаныс та шул тиклем көслөрәк.
Читайте нас: