-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2018, 12:09

Яңы йыл алдынан травмотология үҙәктәренә мөрәжәғәт итеүселәр бермә-бер артҡан

Табиптар әйтеүенсә, баш ҡаланың Цюрупа урамында урынлашҡан медицина учреждениеһына көн дә һикһәндән ашыу кеше мөрәжәғәт итә. Сәбәптәр төрлө. Шулай ҙа аяҡ бармаҡтары, ҡул суғын һындырып һәм баш һөйәген йәрәхәтләп килеүселәр күберәк.

Ҡыш миҙгелдәрендә йышыраҡ урамда имгәнеп мөрәжәғәт итәләр. Әйткәндәй, быйыл боҙлауыҡта тайып ҡолаусылар күпкә кәмегән, ти табиптар. Был иһә урамдарҙың ваҡытында таҙартылып тороуына ла бәйле. Әлеге ваҡытта имгәнеүселәр артыуы Яңы йыл алды байрамдарына мәшәҡәттәренә бәйле.
Руслан Мәхмүтйәнов, табип-травматолог: “20-нән һуң күбәйҙеләр. Сөнки корпоративтар башлана. Был травмалар һауа торошо менән бәйле түгел, халыҡ үҙе шулай күңел аса”.
Читайте нас: