+30 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
21 Декабря 2018, 12:40

Ҡаты көнүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн тарифтар етмеш һумдан артмаясаҡ

Бөгөн сүп-сар сығарыу өсөн түләүҙәр , ҡыйҙы сығарыу һәм эшкәртеү үҙенсәлектәре Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайһың “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы ултырышында тикшерелде.

Бөгөн сүп-сар сығарыу өсөн түләүҙәр , ҡыйҙы сығарыу һәм эшкәртеү үҙенсәлектәре Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайһың “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы ултырышында тикшерелде.
Киләһе йылдың 1 ғинуарынан республика халҡы көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн айырым хаҡ түләйәсәк. тарифтарҙы тәүҙә ауыл халҡы өсөн 200 һум , ҡала өсөн 170 һум тирәһе буласаҡ тинеләр. Республика етәксеһе Радий Хәбиров был күләмдең артыҡ ҙур булыуын билдәләп, хаҡтарҙы кәметеү бурысы ҡуйҙы. Әле яуаплы ведомство тарифтарҙы билдәләү, сүп-сар сығарыу эшен ойоштороу менән мәшғүл.
Мирхәйҙәр Фәтхуллин, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы: “Тарифтар Республика етәксеһе ҡушыуын иҫәпкә алынып билдәләнәсәк. Төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн түләүҙәр күпкә кәмерәк буласаҡ. Әле айырым категория граждандарға ташламалар биреү буйынса эш алып барыла. Ҡалдыҡтар йыйыу урындары, контейнерҙар урынлаштырыу, полигондарҙа шарттар тыуҙырыу менән шөғөлләнәбеҙ”.
Читайте нас