Яҡташыбыҙ, федераль каналдың "Голос. Перезагрузка" проектында уңышлы сығыш яһап, конкурстың ярымфиналында ҡатнашыу хоҡуғын алды. Был юлы Рушана "Ленинград" төркөмө репертуарынан алынған йырҙы башҡарҙы.
Остазы Сергей Шнуровтан 50, тамашасыларҙан ул 44 процентҡа яҡын тауыш йыйып, артабанғы ярымфиналда сығыш яһау мөмкинлеген яуланы. Тура эфир 28 декабргә билдәләнгән.