+23 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
25 Декабря 2018, 13:00

Өфөлә ҡатын интернет-мутлашыусылар ҡулынан зыян күрә

Өфөнөң полиция бүлегенә 55 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Уның һүҙҙәренсә, ул интернет-мутлашыусылар ҡулынан зыян күрә. Зыян күләме 76 мең һум тәшкил итә.

Өфөнөң полиция бүлегенә 55 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Уның һүҙҙәренсә, ул интернет-мутлашыусылар ҡулынан зыян күрә. Зыян күләме 76 мең һум тәшкил итә.
Зыян күреүсе һүҙҙәренсә, ул диван һатыуы тураһында иғлан бирә. Көндөҙ уға ир шылтыратып, аҡсаны картаға күсереүе һәм кискеһен диванды килеп алыуы тураһында хәбәр итә. Ҡатын ризалаша һәм билдәһеҙ кешегә банк картаһы реквизиттарын бирә. Тиҙҙән ҡатындың иҫәбенән ҙур суммала аҡса юҡҡа сыға. Зыян күреүсе һатып алыусы менән бәйләнешкә сығырға тырыша, әммә ул яуап бирмәй.
Әлеге ваҡытта мутлашыусыларҙы эҙләү эше бара.
Читайте нас