Республикала киләһе йылда коммуналь түләүҙәр алты процентҡа арта. Атап әйткәндә,түләүҙәр беренсе ғинуарҙан 1,7%-ҡа,ә июль айынан тағы ла 4%-ҡа күтәрелә. Был хаҡта республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.
Шул уҡ ваҡытта, бар райондар өсөн хаҡ арттырыу бер үк кимәлдә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Хөкүмәте киләһе йылда коммуналь түләүҙәр өсөн хаҡты ике тапҡыр ғына күтәрергә рөхсәт бирҙе. Быға тиклем үҙгәреш йылына бер тапҡыр йәйге осорҙа башҡарыла.