23 йәшлек ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепләнеүселәргә бәйле яңы мәғлүмәт. Бөгөн полиция хеҙмәткәрҙәренең өсөнсөһөнөң иркенән мәхрүм итеү ваҡыты оҙайтылды. Суд ҡарары буйынса Эске эштәр министрлығы Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлегенең элекке етәксеһе Салауат
Ғәлиев тағы ла ике айға һаҡ аҫтында ҡала.
Ғәйепләнеүсенең адвокаты Ғәлиев өсөн йорт арестын һорап ҡараны, әммә ул хуплау тапманы. Шулай уҡ, яуапҡа тарттырылыусы үҙе йәшәгән камераның һыуыҡ булыуына дәғүә белдерҙе.
Ғәйепләнеүсенең адвокаты Ғәлиев өсөн йорт арестын һорап ҡараны, әммә ул хуплау тапманы. Шулай уҡ, яуапҡа тарттырылыусы үҙе йәшәгән камераның һыуыҡ булыуына дәғүә белдерҙе.