+8 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
29 Декабря 2018, 07:01

Электрон ярҙам

Башҡортостан буйынса Социаль страховкалау фонды граждандарға дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеүҙе тулыһынса электрон форматҡа күсерәсәк. Әлеге ваҡытта халыҡҡа оператив мәғлүмәт еткереү өсөн 80 процент электрон сервистар ҡулланыла. Төп клиенттар: балалы, йөклө ҡатындар, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә уңайлы ярҙамдарҙың береһе тип, быйылдан медицина учреждениеларында ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын биреүҙе электрон форматҡа күсереү.

Шулай уҡ дәүләт хеҙмәттәре буйынса һорауҙарға яуапты фондҡа килмәйенсә, кеҫә телефонына махсус "Социаль навигатор" ҡушымтаһын ҡуйып, өйҙән үк алырға мөмкин. Белгестәр әйтеүенсә, киләһе йылдан пособие күләме артыуы көтөлә.
Гөлдәр Хәмитова, Рәсәй социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе 1-се филиалы директоры: “Беренсе үҙгәрештәр ғинуар-февраль айында көтөлә. Был беҙҙең йыл да хөкүмәт тарафынан түләнгән пособиеларҙың артыуы. Иң мөһиме был хаҡта мәғлүмәттәрҙе халыҡҡа еткереү, уларға сифатлы ярҙам күрһәтеү”.
Читайте нас