Республиканың 20 муниципалитетындағы былтыр ҡоролоҡ һәм ҡойма ямғырҙарҙан зыян күреүсе аграр хужалыҡтар, Рәсәй Хөкүмәтенән 238,3 миллион һум күләмендә компенсация аласаҡ.
Был турала Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итәләр. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, былтыр республиканың ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән 19 районында һәм Күмертауҙа 223 ауыл хужалығы предприятиеһына ҡараған сәсеүлек майҙандары зыян күргән. Уларҙың дөйөм майҙаны 105 мең гектарҙан ашҡан.