Ун беренсе ғинуарҙа, Башҡортостанда ҡар яуыуы һәм буран сығыуы тураһында хәбәр итәләр. Башгидрометүҙәк белгестәре белдереүенсә, төбәктең күп кенә өлөштәрендә бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ҡайһы бер райондарҙа буран сығасаҡ.
Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, юлдарҙың айырым өлөштөренә ҡөрт һалыуы ихтимал. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә егерме градус һалҡын, ҡайһы бер райондарҙа 27 градусҡаса түбәнәйәсәк, көндөҙ ун биш градус һалҡын.
Алдағы ике көндә ҡар яуыуы, буран сығыуы көтөлә, көрт һалыуы, боҙлауыҡ булыуы ихтимал, һауа температураһы күтәреләсәк.