Башҡортостанда һөткә иң түбән һәм ҡыйбат хаҡ булған ҡалалар исемдәре аталды. Статистикаға ярашлы, Өфөлә йәшәүселәргә һөт ҡыйбатҡа төшә. Был хаҡта Башҡортостанстат хәбәр итә.
Уҙған йылдың декабрь айында башҡалала 2,5-3,2% ҡуйылыҡтағы һөттөң бер литры 47.87 һум тәшкил итә. Башҡортостанда уртаса күрһәткес түбәнерәк- 46.52 һум. Икенсе урында Сибай ҡалаһы,унда һөттөң бер литры- 47.13 һум.
Өсөнсө урында-Нефтекамск.Урындағылар аҡтың бер литрын 45.30 һумға һатып ала. Шулай уҡ, Стәрлетамаҡта ла һөткә юғары хаҡ билдәләнә.Унда һөттөң бер литры 43.73 һум тәшкил итә.