Өфөлә күп ҡатлы йортта йәшәүселәргә юғары хаҡҡа газ сығыуын иҫкәртеүсе ҡоролма һатып йөрөгәндәр. Был хәлде улар Магнитогорскиҙағы шартлауға бәйле тип аңлатҡан. Ошо тәңгәлдә мутлашыу электән бар. Әммә халыҡ алданыуҙан туҡтамай.
Апаратты тәҡдим итеүселәр уны 20 мең һумға баһалай. Фатир хужаһына 60 йәшлек иргә, 7 мең һумға - йәнәһе "ташлама"лы хаҡҡа һаталар. Үҙҙәрен "Газ контроль" ойошмаһынан тип танытыусылар Магнитогорскиҙағы газ шартлауынан һуң бөтә күп ҡатлы йорттарҙа ошондай ҡоролма урынлаштырырға ҡарар бар тип аңлата. Ул ғәҙәттә газ еҫенә тауыш бирә.
Лия Ғиниәтуллина, Цюрупа урамында йәшәүсе: “Атайым ғына өйҙә саҡта килгәндәр. Ике ир "Газ хеҙмәте" тип яҙылған махсус кейемдә ине ти. Хатта таныҡлыҡ та күрһәткәндәр”.
Цюрупа урамындағы йорт ысынлап та, 1969 йылда һалынған. Газ сығыуын иҫәпләүсе ҡоролмаға тауар чегы, уға килешеү ҙә ҡалдырғандар. Мисәте урынында, тик имзаһы юҡ. Оло йәштәге ир отолғанын аппарат урынлаштырып киткәс кенә аңлай. Балалары ярҙамға килә. Сөнки был ябай ғына техник аппарат 19 мең һумдан ашыу хаҡҡа һатылмай. Газ сыға ҡалһа автоматик рәүештә уны клапан менән яба торғанына яҡынса ошондай суммаға тәҡдим ителә. Ә кухняға элеп киткәне 1900 һум тирәһе тора...
Лия был хәлде асыҡлау ниәтендә прокуратураға мөрәжәғәт яҙған. Документта күрһәтелгән һандар буйынса телефонды алмайҙар, ә юридик шәхестең адресы.. Удмуртияла теркәлгән, ти ҡатын.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был тәүге осраҡ түгел. Ғәҙәттә өс тинлек аппаратты биш тингә һатып йөрөүселәр Өфөгә яҡын райондарҙа, ауылдарҙа халыҡты төп башына ултыртып йөрөнө. Беҙ был хаҡта видеояҙмалар төшөрөп күрһәттек. Тик алданыусылар һаман бар, сөнки кеше иҫәбенә байырға теләүселәр кәмемәй.
Радик Ноғоманов, "Газпром" яуаплылығы сикләнгән ойошмаһының бүлек етәксеһе: “Ундай ойошмаларҙан йөрөп үҙ хеҙмәттәрен күрһәтеүселәрҙе фатирына индерергәме юҡмы- һәр кем үҙ хәл итергә тейеш. Беҙ уларҙың эшмәкәрлеген тыя алмайбыҙ. Сөнки лицензия алалар һәм башҡаһын.Ҡулланыусыларҙы беҙ төҙөлгөн килешеү нигеҙендә хеҙмәтләндерәбеҙ. Ул һәр кемгә газ индергәндә бирелә”.
Газ буйынса килгәндәр икән, иң тәүҙә таныҡлығын күрһәтәләр. Унда "Газпром" яҙыуы була. Һәм иң мөһиме- улар ҡапыл уйламағанда рейд ойоштормай һәм аппараттар һатып йөрөмәй. Бөтәһе лә алдан төҙөлгән план буйынса.
Был графикта район-ҡалалар урамы, теүәл адресы менән күрһәтелгән. Газ хеҙмәте вәкилдәре киләсәге хаҡында подъездарға торлаҡ файҙаланыу участкаһы иғлан элергә тейеш. Республикала зәңгәр яғыулыҡҡа Газпром тоташтыра. Һәм бөтә хыялдарҙы ла ул ғына тормошҡа ашырыуын да онотмаҫҡа кәрәк.