Тикшереүҙе йәшәү урыны, эшләү йәки уҡыу урыны буйынса үтергә мөмкин. 39 – 48 йәшлек ҡатындар һөт биҙҙәре маммографияһын үтә. Илле йәш тулғандан һуң, был процедура ике тапҡыр башҡарыла. 45 һәм 51 йәшлек ирҙәр ПСА булыу-булмауға анализ тапшыра.
Диспансеризация төрлө сирҙәрҙе асыҡлау һәм киҫәтеү маҡсатында ойошторола. 2019 йылда 1920, 1923, 1926, 1929, 1932, 1935, 1938, 1941, 1944, 1947, 1950, 1953, 1956, 1959, 1962, 1965, 1968, 1971, 1974, 1977, 1980, 1983, 1986, 1989, 1992, 1995, 1998 йылда тыуған граждандар үтә ала.