+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2019, 17:23

Яңы интерактив сервис эшләй башланы

Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәге сайтында граждандарҙың социаль ярҙам сараларына хоҡуҡтары тураһында консультация биреү өсөн яңы интерактив сайт эшләй башланы: http://calc.rcspn.mintrud.rb ru/adviser/Default.aspx.

Онлайн-сервис граждандарға социаль ярҙам сараларына хоҡуҡтары тураһында аңлатма биреү өсөн тәғәйенләнгән, унда 70 төр түләү инә.
Электрон сервистың эш алгоритмы ҡулланыусы менән әңгәмәләшеүгә ҡоролған, уның һөҙөмтәләре анализлана, тормош хәле, ғаилә составы, табыш кимәле, льготалар ҡарала.
Бынан тыш, онлайн-консультант ниндәйҙер льгота алырға кәрәк булған осраҡта үтәлмәй ҡалған талаптар тураһында ла аңлатма бирә.
Ҡулланыусы үҙе тураһында әйткән барлыҡ мәғлүмәт аноним рәүештә ҡарала, был шәхси мәғлүмәттәрҙең һаҡланыуын гарантиялай.
Һорауҙар һәм яуаптар һаҡлана, экрандың түбәнге өлөшөндә алдағы һорауға ҡайтып яуапты уҡырға мөмкин.
Уңайлылыҡ өсөн тәҡдим ителгән социаль ярҙам саралары исемлеге ҡаршыһындағы “Ентеклерәк” һылтанмаһы буйынса күсергә була.
Консультация алыу өсөн учреждение белгесенең ҡатнашлығы кәрәкмәй, был уны үҙегеҙгә уңайлы ваҡытта ҡулланыу мөмкинлеге бирә.
Читайте нас: