Бер үк ваҡытта миҙгелле вируслы инфекция йоҡтороусылар һанының артыуы күҙәтелә. Әлеге ваҡытта ул халыҡтың 10 процентын тәшкил итә.
Республика буйынса ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, әлегә ул эпидемик сиккә етмәгән. Киҫкен респираторлы вирус менән 136 меңгә яҡын кешенең ауырыуы билдәле.
Уларҙың 60 проценты балалар. Ә Яңы йыл алдынан төбәктә 18 меңләп кешегә бындай диагноз ҡуйылған.