-16 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2019, 11:06

Зәйнетдин сәләмәт тормошҡа әйҙәй

Талантлы музыкант йәштәрҙе урамда һыу ҡойоноп, сынығырға саҡыра. Социаль селтәрҙәге саҡырыуҙы тиҫтәнән ашыу кеше ҡабул иткән. Берәүҙәр ҡарға ырғыһа, икенселәр физик күнекмәләр яһап күрһәтә. Зәйнетдин иһә урамда ниндәй генә һауа температураһы булмаһын, сынығыу процесын туҡтатырға уйламай. Быны ул видеояҙмалары менән дә дәлилләй.

Зәйнетдин, музыкант: “Көн һайын иртән һыуыҡ һыу менән ҡойонасаҡмын. Һаулыҡты һаҡлағыҙ һәм "Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух" девизы менән йәшәгеҙ”.
Шулай ҙа табиптар бер ниндәй әҙерлекһеҙ һалҡын һыу менән ҡойоноуҙы тыя. Башта медицина хеҙмәткәренә мөрәжәғәт итеп, кәңәшләшергә кәрәк. Бигерәк тә йөрәк-ҡан тамырҙары, хроник, психик ауырыуҙарҙан интегеүселәргә был ысул менән сынығырға ярамай. Ҡыҙылса, киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләгәндә лә һыу менән ҡойоноусыларҙың хәле тағы ҡатмарлашыуы ихтимал. Ҡыйыу аҙымға барырға теләүселәр иһә үҙҙәрен бер нисә ай дауамында психик, физик яҡтан әҙерләргә тейеш.
Рәфиә Буранбаева, табип-терапевт: “Иң беренсе - душта 36 градус йылымыс һыу менән йыуынырға кәрәк, башта аяҡ-табанды йыуабыҙ, артабан һыу температураһын кәметкәндән-кәметәбеҙ. Аяҡтарҙы, ҡулдарҙы, эсте, бөтә кәүҙәне ала башлайбыҙ”.
Читайте нас