0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2019, 19:09

Башҡортостанда һауа торошоноң насарайыуы тураһында иҫкәртәләр

Төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республика халҡын һауа торошоноң насарайыуы тураһында иҫкәртә. Ҡотҡарыусылар мәғлүмәттәре буйынса, 21 ғинуарҙың 20.00 сәғәтенән алып киләһе көндөң 20.00 сәғәтенә тиклем Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә. Урыны менән көслө яуым-төшөм күҙәтеләсәк.

Шулай уҡ, ҡотҡарыусылар белдереүенсә, юлдарға көрт һалыуы, күреү һәләте насарайыуы ихтимал. Ел секундына 9-14 метр тиҙлектә иҫәсәк, ваҡыты менән секундына17 метрға тиклем көсәйәсәк.
Төбәк ҡотҡарыусылары водителдәргә алыҫ юлдарға сыҡмаҫҡа кәңәш итә.
Читайте нас: