Төбәк халҡын сатлама һыуыҡтар көтә. Һауа температураһының 32 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә.Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итә.
Метеорологтар мәғлүмәттәре буйынса, иртәгә, 24 ғинуарҙа, Башҡортостанда бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ 21 градус, төндә 32 градус һыуыҡ. Башҡалала урыны менән ҡар яуасаҡ. Һауа температураһы көндөҙ 17 градус һалҡын, төндә 28 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә.
25 ғинуарҙа ҡар яуыуы, буран сығыуы көтөлә,һауа температураһы күтәреләсәк, 26 ғинуарҙа яуым-төшөмдөң кәмеүе, һауа температураһының ҡабаттан түбәнәйеүе көтөлә.