Сауҙа нөктәләрендә тәҡдим ителгән продукцияның сифатын һәр кем тикшертә ала. 1 февралдән "Башҡортостан сифат биләмәһе" акцияһы старт ала. Сара ваҡытында магазиндың үҙендә үк контроль тикшереү үткәрергә мөмкин.
Ысын маймы, әллә химикаттар ҡушылмаһымы? Люминоскопта бер нисә секунд эсендә асыҡлап була. Дүрт маркалы майҙың икеһе зәңгәрһыу төҫкә инеп күренә. Һары төҫтәгеһе - сифатлы май. Йәмәғәт ойошмаһы ағзалары Өфөләге магазинда аҙыҡ-түлек сифатына экспресс-анализ яһай. Киләһе аҙнанан ошондай тикшереүҙәр республика буйынса уҙғарыласаҡ. "Башҡортостан - сифат биләмәһе" акцияһы башлана.
Нина Никандрова, Башҡортостандың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты матбуғат секретары: “Был акция 1 февралдән 1 мартҡа тиклем дауам итә һәм артабан да туҡталып ҡалмаясаҡ”.
Акция сауҙа объекттарында, йәмәғәт туҡланыу урындарында ойошторола.
Халыҡ контролерҙары алкоголь продукцияһының легаль һатылыуын да ҡараясаҡ. Был йәһәттән алкоголдең маркаһы тикшерелә. Спиртлы эсемлектәрҙең мәғариф, медицина учреждениеларына яҡын һәм йәмәғәт транспорты туҡталыштарында һатылыу-һатылмауы ла иғтибарға алына.
Флүрә Гаева, һатып алыусы: “Йогурт кеүек һөт ризыҡтарына консервант күп ҡушыла. Башҡортостанда етештерелгәнен алырға тырышам. Аҙыҡ-түлектең сифатын белеү өсөн ошондай экспертиза үткәреү бик кәрәкле тип һанайым. Сөнки күп ваҡыт тауарҙың мөҙҙәте сыҡҡан продукцияның кәштәләрҙә ятыуын күргәнем бар”.
Акция республикала тик сифатлы продукция һатылыуы өсөн үҙенә бер ҡорал буласаҡ. Ә дөйөм алғанда был сауҙа менән шөғөлләнеүселәр өсөн ғәҙәти эш.
Елена Кислицина, магазин директоры урынбаҫары: “Беҙ квартал һайын үҙебеҙҙең магазинда тәҡдим ителгән тауарҙарҙың сифатын тикшертеп торабыҙ. Был акция кәрәк һәм урынлы тип һанайым. Ҡулланыусыларға тәҡдим иткән аҙыҡ-түлекте бөтәбеҙ ҙә ҡуллана, был халыҡ сәләмәтлеген ҡайғыртыу, тип һанайым”.
Акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Алкоголь һатыу буйынса һорауҙар булһа (347)218-09-87, (347)218-09-78 телефоны буйынса тауар сифаты тураһында һорауҙар бирергә мөмкин. Йәмәғәт ойошмалары файҙаланған люминоскоп һәм экотестр тәүге тапҡыр һәм еңелсә тикшереү уҙғарырға ҡулайлашҡан. Экспертиза уның менән генә сикләнмәй. Акцияның аҙағында әүҙем ҡулланыусылар "Башҡортостан продукты" кәрзинкәһе менән бүләкләнә.