Иглин районының Октябрьский ауылында 24 ғинуарҙа иртән Болонло урамындағы йортта янғын сыҡты. Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, урынға шунда уҡ һигеҙ янғын һүндереү машинаһы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының шәхси составынан 13 кеше, шулай уҡ табиптар һәм полицейскийҙар килде.
Ут менән көрәшеүселәр ваҡиға урынына килеп етеүгә өйҙөң ҡыйығы емерелеп төшкән була. Ике сәғәттән янғын һүндерелә.
«Һүндереү барышында 38 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙың, 2013 һәм 2017 йылғы ике ҡыҙҙың мәйете табылды. Хәҙер янғынды бөтөрөү эштәре дауам итә. Фажиғә сәбәптәрен тәфтиш-оператив төркөм асыҡларға тейеш», — тип хәбәр иттеләр төбәк Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенә ярашлы, әле ваҡиға урыны тикшерелә, шаһиттарҙан һорау алына.
«Тиҙҙән һәләк булғандарҙың үлем, йортта янғын сығыу сәбәптәрен билдәләү маҡсатында бер нисә эксперт тикшереүҙәре тәғәйенләнергә тейеш», — тинеләр ведомствола.