+23 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
24 Января 2019, 08:38

Сатлама һыуыҡтар осоронда, мәктәптәрҙә белем биреү туҡтатыла

Көндәрҙең ҡырҡа һыуытыуы сәбәпле, күп кенә мәктәптәрҙә белем биреү туҡтатыла. Билдәләргә кәрәк, бындай ҡарарҙы һәр муниципаль берәмек үҙ аллы ҡабул итә. Һуңғы ҡарар мәктәп һәм ата-әсәләр ризалығынан тора.

Тик балалар дәрескә килгән осраҡта, уларҙың иҫәбенә ҡарамайынса, мәктәптә уҡыу процесы ойошторолорға тейеш. Бынан тыш, уҡыу бүлмәләрендә һауа температураһын контролдә тотоу мөһим. Сатлама һыуыҡтарҙа физкультура дәресен саф һауала үткәреү кәңәш ителмәй.Тышта түбәндәге һауа температураһы булған осраҡта, мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин:
1-4 кластар:
Һауа температураһы -25 градусҡа тиклем түбәнәйһә һәм елдең тиҙлеге секундына 4 метрҙан ашһа, -28 градусҡа тиклем түбәнәйһә
5-9 кластар:
Һауа температураһы -28 градусҡа тиклем түбәнәйһә һәм елдең тиҙлеге секундына 4 метрҙан ашһа, -30 градусҡа тиклем түбәнәйһә
10-11 кластар:
Һауа температураһы -30 градусҡа тиклем түбәнәйһә һәм елдең тиҙлеге секундына 4 метрҙан ашһа, -32 градусҡа тиклем түбәнәйһә.
Читайте нас