-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2019, 11:50

Электрон хеҙмәттәрҙән файҙалынығыҙ

Росреестрҙың электрон хеҙмәттәре менән файҙаланыуы уңайлы һәм ябай, бынан тыш улар ваҡытты экономияларға, кәрәкле мәғлүмәтте тиҙ арала табырға мөмкинлек бирә.

Росреестрҙың электрон хеҙмәттәре менән файҙаланыуы уңайлы һәм ябай, бынан тыш улар ваҡытты экономияларға, кәрәкле мәғлүмәтте тиҙ арала табырға мөмкинлек бирә.
Хәҙерге ваҡытта Росреестр порталында хоҡуҡтарҙы теркәргә, кадастр иҫәбенә ҡуйырға, күсемһеҙ милектең Берҙәм дәүләт реестрынан мәғлүмәттәр алырға мөмкин.
Росреестр порталында электрон рәүештә “Шәхси кабинет” аша документтар күсермәһе рәүешендә мәғлүмәттәр биреүгә, күсемһеҙ милек йәки уларҙың хужалары тураһында мәғлүмәттәр биреүгә, территория тураһында, территорияның кадастр планы рәүешендә мәғлүмәттәр алыуға запрос ебәрергә була.
Порталдың асыҡ өлөшөндә күсемһеҙ милектең Берҙәм дәүләт реестрынан күсемһеҙ милек объектына теркәлгән хоҡуҡ, кадастр хаҡы, айырым кешенең был күсемһеҙ милеккә хоҡуғы, хоҡуҡты раҫлаусы документтар тураһында өҙөмтәләр алырға мөмкин.
Хоҡуҡтарҙы теркәүгә, кадастр иҫәбенә, шулай уҡ дәүләт кадастр иҫәбенә ғаризаны электрон рәүештә бирергә мөмкин.
Электрон рәүештә эш иткәндә мәғлүмәттәрҙең юғалыуына юл ҡуйылмай.
Әйтергә кәрәк, хеҙмәттәр электрон рәүештә күрһәтелгәндә физик шәхестәр өсөн дәүләт пошлинаһы 30 процентҡа ҡыҫҡара.
Росреестр порталында 30-ҙан ашыу электрон сервис бар, улар ҡулланыусыларға үҙҙәренең заявкаларын күҙәтеүҙә тоторға, онлайн режимында күсемһеҙ милек объекттары тураһында белергә, дәүләт кадастр баһалауы фондынан белешмә мәғлүмәт алырға, кадастр картаһында күсемһеҙ милек объекты тураһында мәғлүмәттәр менән танышырға мөмкинлек бирә.
Читайте нас: