+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2019, 14:05

Бер аҙна эсендә республика юлдарында 104 кеше зыян күрә

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмә барышында уҙған аҙна өсөн юл-транспорт ваҡиғалары статистикаһы хәбәр ителде. Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов мәғлүмәттәре буйынса, 21- 28 ғинуарҙа төбәктә 85 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә.

Аварияларҙа 8 кешенең ғүмере өҙөлә һәм 104 кеше тән йәрәхәттәре ала. Юл ваҡиғаларының төп сәбәбе-ҡаршы һыҙатҡа сығыу һәм тиҙлек режимын һаҡламау.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йәкшәмбе, 27 ғинуарҙа, Бишбүләк районында үлемесле авария теркәлә. Ҡырғыҙ-Миәкә- Бишбүләк юлының 25 саҡрымында ВАЗ 2115 һәм «Нива Шевроле» автомобилдәре бәрелешә. Ваҡиға һөҙөмтәһендә, 37 йәшлек водитель менән уның өс пассажиры һәләк була. Тағы ла бер пассажир тән йәрәхәттәре ала.
Читайте нас: