Рәсәйҙә ҡулланыусылар кәрзиненә күберәк күләмдә ит, балыҡ, йомортҡа һәм эремсек өҫтәргә тәҡдим иттеләр. Тейешле тәҡдим Хеҙмәт министрлығына йүнәлтелә. Хәбәр итеүҙәренсә, ит һәм ит продукттарын биш процентҡа, ун алты процентҡа балыҡ күләмен арттырыу мөһим.
Ҡулланыусылар кәрзинендә эремсек менән йомортҡа 14%-ҡа, ҡош ите 11%-ҡа күберәк булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта, кәрзиндә икмәк, май, тоҙ һәм шәкәр күләмен кәметеү тәҡдим ителә. Әгәр ҙә тәҡдимдәр ҡабул ителһә, ҡулланыусылар кәрзине утыҙ процентҡа артасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡулланыусылар кәрзине 2021 йылға яңыртылырға тейеш. Рәсәйҙә уны биш йылға бер тапҡыр яңырталар, һуңғы тапҡыр кәрзин составын 2013 йылда үҙгәртәләр.