Февраль-март айҙарында илдең үҙәк төбәктәрендә һауа торошо үҙгәреүсән булыуы көтөлә.Был осорҙа һалҡын да, йылы көндәр ҙә буласаҡ. Һауа торошо тураһында мәғлүмәтте Гидрометүҙәктең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд белдерҙе.
Илдең баш синоптигы һүҙҙәренсә, был төбәктәрҙә ҡар апрель айының тәүге декадаһына тиклем ятасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн, 29 ғинуарҙа, Башҡортостанда ҡар яуыуы һәм еңелсә буран сығыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ 14 градус һалҡын. Ел көньяҡ- көнсығыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫәсәк, ваҡыты менән 17 метрға тиклем көсәйәсәк.