+17 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
31 Января 2019, 12:39

Башгидрометүҙәк 1 февралгә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе

Йома, беренсе февраль көнөнә, болотло һауа торошо вәғәҙәләнә. Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итә. Метеорологтар мәғлүмәттәре буйынса, йома көндө ҡайһы бер райондарҙа бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йома, беренсе февраль көнөнә, болотло һауа торошо вәғәҙәләнә. Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итә. Метеорологтар мәғлүмәттәре буйынса, йома көндө ҡайһы бер райондарҙа бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә.
Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә ун дүрт градус һалҡын, урыны менән - 23°-ҡаса түбәнәйәсәк, көндөҙ ете градус һалҡыын.
«Икенсе февралдә һауа торошо үҙгәрмәйәсәк, өсөнсө февралдә бер аҙ ҡар яуасаҡ», - тип хәбәр итә Башгидрометүҙәк.
Читайте нас